---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 13. Оҡшатыу һүҙҙәре



Оҡшатыу һүҙҙәре

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



1.Һөйләмдәрҙе тәржемә итергә, оҡшатыу һүҙҙәрен табырга:
Тәҙрә ҡапҡасы шап-шоп килә.
Торна “ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ” тип ҡысҡырҙы.
Йөрәгем леп-леп тибә.
Күлдә тәлмәрйендәр баҡ-баҡ тип ҡысҡыра.
Шишмәләр сылтыр-сылтыр ағалар.
Ялт-йолт килеп йәшен йәшнәне, ямғыр яуа башланы.
2.Шигырҙарҙы уҡырга, тәржемә итергә, оҡшатыу һүҙҙәрен табырга.
Бәпкәләр
Бәпкәләр сыҡҡан! Бәпкәләр!
Ҡа-ҡа-ҡа! Ура! Ура!
Ата ҡаҙ ҡыуанысынан Тып итеп бейеп тора.
Ф.Рәхимғолова
Себештәр
Себештәр: “Сип-сип, — тиҙәр, —
Асыҡтыҡ бик-бик”, — тиҙәр.
Туҡтауһыҙ: “Сип-сип, — тиҙәр, —
Беҙгә ем һип-һип”, — тиҙәр.
Г.Юнысова
Тып-тып
Иҙән буйлап атлай улар:
Тып-тып, тып-тып, тып та тып.
Асфальттан да йүгерәләр:

Тып-тып, тып-тып, тып та тып.
Ынйыҡайҙың аяғында Ике яңы сандали.
Сандалиҙар сығара бит,
“Тып-тып” тигән яңы көй.
Г.Юнысова
Уяна иртүк,
Бар белгәне: “Кикрикүк!”
Р. Тимершин
Леп-леп оса күбәләктәр,
Сут-сут һайрай ҡоштары,
Ал, ҡыҙыл, аҡ, һары сәскә менән Биҙәкләнгән үлән баштары.
М.Ғафури
3.Тексты уҡырга, тәржемә итергә, оҡшатыу һүҙҙәрен табырга.
Их, бигерәк йәмле был тирә! Ҡарайһың — ҡарап туя алмайһың... Тыңлайһың — тыңлап туя алмайһың... Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша: “Сут-сут-сут... Пи-пи-пи... Фит-фит-фит... Фю-фю-фю...” Кәкүк саҡыра: “Кә-күүүк, кә-күүүк, кә-күүүк” Ана, тумыртҡа туҡ-туҡ килә...
Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ысыҡ тамсылары ем-ем килә. Сәскә еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорто һәм башҡа бөжәктәр геүләшә: “Беззз... Геүүү... Жжж...”
Я.Хамматовтан



Лекция, реферат. Оҡшатыу һүҙҙәре - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
12. Ымлыҡ « | » 14. Телмәр үҫтереү






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова