---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 15. Башҡортостан тәбиғәте



Башҡортостан тәбиғәте

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Уның иң ҡәҙерле тәбиғәт байлыҡтарының береһе — урман. Уның майҙаны — 6,2 млн га. Иң күп таралған ағастарҙан ҡайын, уҫаҡ, йүкә, ҡарағай, имән, саған һанала. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектәрҙең һирәк осрай торғандары ла һаҡланған. Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштар ҙа, кейектәр ҙә байтаҡ.
Республикала ике дәүләт заповеднигы бар: Башҡорт һәм “Шүлгәнташ”. Данлыҡлы “Бөрйән ҡорто” тип йөрөтөлгән кейек ҡорт тик Шүлгәнташта ғына саф көйө һаҡланған. Ошонда уҡ бөтә донъяға билдәле “Шүлгән мәмерйәһе” бар.
Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бик күп. Республиканың көнбайыш һәм үҙәк райондарында нефть сығарыла һәм эшкәртелә. Күмертау янында һоро күмер бассейны бар. Көнсығыштағы таулы райондарҙа үткән быуаттарҙан алып тимер, баҡыр, алтын сығарыла. Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында баҡырға, цинкыға, көкөрткә бай булған колчедан ятҡылыҡтары бар.
Республикала 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ иҫәпләнә. Дарыу үләндәре үҫтереү буйынса 11 заказник бар, 16 дәүләт, 90 республика заказниктары эшләй. Павловка, Нөгөш, Карман һыуһаҡлағыстары бар.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы
Был ҡурсаулыҡ Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Уралда иң эреләрҙән һанала. Ул 252,8 мең гектар ерҙе биләй. Шуның иң ҙур өлөшө - 90 проценты республикабыҙҙың Белорет районына ҡарай. Ҡурсаулыҡ Силәбе өлкәһенең бер өлөшөн дә үҙ эсенә ала.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәләрендә бейеклектәре 1300-1400 метрға еткән Машаҡ, Зигәлгә, Нәре, Күмерҙәк һырттары һәм көньяҡ Урал тауҙарының иң бейек нөктәһен тәшкил иткән Ямантау массивы урынлашҡан. Уның бейеклеге - 1644 метр. Шулай уҡ Оло Инйәр, Кесе Инйәр, Иүрүҙән йылғалары ошо ҡурсаулыҡтан баш ала.
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик бай. һирәк осрай торған үҫемлектәрҙең күплеге менән ҡурсаулыҡ башҡаларҙан айырылып тора. Бында мүктең генә 172 төрө бар, 88 төрлө бәшмәк иҫәпләнә. 12 төр үҫемлек - Рәсәйҙең, 66 төрө Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән.
Хайуандарға килгәндә, әлегә 275 төр умыртҡалы хайуандың көн итеүе билдәле. 198 төрҙәге ҡош һәм 18 төр балыҡ йәшәй. Улар араһында таҙа һыуҙы ғына үҙ иткән бағры, бәрҙе балыҡтары бар.
Х.Чембарисова
Һүҙлек
Ҡурсаулыҡ - заповедник
Минең илемдә
Минең илемдә

Болон, урмандар,
Алтын-көмөшлө Мөһабәт тауҙар.
Минең илемдә Ҙур йылға, күлдәр,
Матур баҡсалар,
Сәскәле гөлдәр.
Киң ҡырҙарында Бай, мул игендәр.
Йырлап эшләйҙәр Шат ҡыҙ, егеттәр.
Х. Кәрим
Илемдә
Тынғы белмәй Күпме таңдар Яҙҙы маҡтай Һандуғастар.
Йырлай үлән,
Һәр бер һабаҡ,
Һәммә япраҡ,
Хатта ҡыяҡ.
Шишмә моңло,
Йылға йырлай,
Сөнки йырһыҙ Йәшәп булмай.
Көйләй-көйләй Ерем йырлай,
Күгем йырлай,
Күңел йырлай.
Ғәжәп түгел:
Илемдә бит Йәшәү шулай,
Мәңге тынмаҫ Матур йырҙай!
М. Дилмөхәмәтов
Барыһы бар
Сәскәләрҙең алдары,
Алмалары, сейәһе,
Еләктәре, баландары,
Ҡуҙғалаҡлы яланы,
Күп балыҡлы йылғаһы,
Бейек-бейек тауҙары,
Бөҙрә сәсле талдары —
Барыһы Тыуған еремдә,

Башҡортостан илемдә.
К.Кинйәбулатова
Юҡ ерҙә тиңең
Матур һин, Урал,
Юҡ ерҙә тиңең,
Йондоҙҙарың да Аҫыл таш һинең.
Тауҙарың бейек,
Урманың йәмле,
Шишмәләреңдең Һыуҙары тәмле.
Гүзәл баҡса
Өфөләге ботаника баҡсаһын күптәр белә.
Әгәр ҙә һин, бында үҫкән үҫемлектәрҙе күрергә теләп, сәйәхәткә сығып китһәң, бөтә донъяны гиҙергә тура килер ине. Австралияға һәм Яңы Зеландияға, Төньяҡ Америкаға һәм Африкаға, Урта диңгеҙ буйҙарына һәм Мексика сүлдәренә лә барып сығырға мөмкин булыр ине.
Бына пальмалар. Улар Испанияла кеше үтә алмаҫлыҡ ҡуйы урман булып үҫә. Сәскәһе матур түгел, ә япрағы, әйтерһең дә, яһап ҡуйған веер инде!
Эвкалипт — иң бейек ағастарҙың береһе. Австралияла бейеклеге 150 метрҙан да ашыуҙары осрай. Был бик үҙенсәлекле ағас. Ул бик шәп үҫә, шуға күрә үҙенә һыуҙы ла күп ала. Эвкалиптты һаҙлыҡтарҙы киптереү өсөн, һаҙлыҡлы урындарға ултырталар.
Оранжереяла ҡыҙыл ағас — секвойя ла үҫә. Уның да бейеклеге — 150, ә йыуанлығы 16 метрға етә.
Башҡорт кейеме
Традицион кейем-һалым — кешенең милли йөҙөн билдәләүсе күрһәткес. Кейем-һалымдың составы, уның төрҙәре, биҙәү һыҙаттары күп быуаттар буйы формалашҡан. Ул халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш торошона, уның мәҙәни-тарихи үҫешенә бәйле.
Башҡорт костюмының стиле күсмә малсылыҡ йәмғиәте өсөн булған үҙенсәлектәр менән билдәләнгән. Кейем-һалым тула, төрлө үлән сүстәренән һуғылған туҡыма, йөн, күн, һарыҡ тиреһенән тегелгән, шулай уҡ ебәк, бәрхәт һәм башҡа туҡымалар ҡулланылған.
Өҫкә еләндәр, камзулдар йыл әйләнәһенә кейелгән. Уларҙы биҙәүгә ҙур иғтибар бирелгән.
Башҡорттарҙың йәш һәм урта быуын вәкилдәре сағыу төҫлө кейем кейгән. Ҡыҙыл төҫ янына йәшелде һәм һарыны, һирәгерәк күк төҫтө ҡулланғандар. Аҡ төҫтәге кейем ҡайыу, сигеү ярҙамында ҡыҙыл төҫ менән биҙәлгән. Өлкән кешеләр ҡара төҫтән кейенгән.
Кейем-һалымды, баш кейемдәрен йыш ҡына мәрйен, ҡортбаш, мәрүәт, сәйлән, көмөш көмбәҙҙәр һәм көмөш тәңкәләр менән биҙәгәндәр. Селтәр-

һаҡалдар, иңһәлектәр, хәситәләр, муйынсалар, сәс сулпылары — ысын- ысындан сәнғәт әҫәрҙәре.
Ювелир әйберҙәр: балдаҡтар, йөҙөктәр, беләҙектәр, алҡа-һырғалар — сүкеү, ҡалыпҡа һуғыу, гравирлау, селтәрләп үреү ысулы менән эшләнгән. Көмөштө аҡыҡ һәм фәйрүзә ҡуйып матурлағандар.
Аяҡҡа күн итектәр, кәүеш, тула ҡуңыслы ситек кейгәндәр. Ат тиреһе лә ҡулланылған. Башҡорт костюмы ғәжәп күп төрлө һәм бай.
Һүҙлек
Ҡайыу — окаймлять; вышивать тамбуром, нашивать аппликации.
Мәрйен — коралл, бусина.
Ҡортбаш — раковина, которая употреблялась для украшения одежды.
Мәрүәт — жемчуг.
Сәйлән — мелкий бисер.
Көмбәҙ — этн. выпуклое монетообразное металлическое украшение для женской одежды.
Селтәр, һаҡал — этн. нагрудник (женское украшение, сделанное из серебряных монет и красных кораллов).
Иңһәлек — этн. женское украшение в виде широкой ленты с монетами, прикрепляемое на затылке и свисающее ниже пояса поверх кос.
Хәситә — этн. перевязь (женское нагрудное украшение в виде полосы ткани, плотно украшенное монетами и серебряными подвесками).
Муйынса — этн. женское нагрудное украшение (с монетами, бусами, подвесками, надеваемое на шею).
Сулпы — этн. накосник (женское украшение в виде узорчатой серебряной подвески из монет и вставками из цветных камней).
Сүкеү — чеканить.
Ҡалыпҡа һуғыу — штамповать.
Селтәрләп үреү — плетение.
Аҡыҡ — сердолик.
Фәйрүзә — бирюза.
Кәүеш — кожаная обувь типа калош.
Ситек — сафьяновые сапоги.
Салауат Юлаев
Салауат Юлаев 1754 йылда Өфө провинцияһының Шайтан-Көҙәй волосының (хәҙерге Салауат районының) Тәкәй ауылында старшина ғаиләһендә тыуған.
1773 йылдың октябрендә Салауат үҙенең отряды менән Пугачевҡа ҡушыла. Ул ваҡытта уға ни бары 19 йәш була. 1774 йылдың 24 ноябрендә Салауат Юлаев ҡулға алына һәм Балтик портына ғүмерлек һөргөнгә оҙатыла. 1800 йылдың 26 сентябрендә Эстонияның Палдиски ҡалаһында үлә.
Башҡорт халҡының милли геройына Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйылған һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Был скульптураның бейеклеге 9 метр ҙа 80 сантиметр, ауырлығы — 40 тонна. Ул бронза

ҡатнаштырылған суйындан Ленинград ҡалаһында ҡойолған. Тимер-бетон постаменты гранит менән йөҙләнгән. Уның бейеклеге 10 метр.
һәйкәлдең авторы С.Д.Тавасиевҡа 1970 йылда был эше өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелә. Был әҫәр монументаль скульптура өлкәһендә иң ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләнә.
1994 йылда һәйкәл урынлашҡан майҙанға Салауат Юлаев исеме бирелде.
Ғәләмәт донъя
Ҡорғаҙаҡ шишмәһе
Янғантау шифаханаһынан өс саҡрым алыҫлыҡта, Иүрүҙән йылғаһының һул яҡ ярында, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе ағып ята. Уның һыуы йылы, еңелсә генә минераллашҡан. Секундына 125 литр һыу урғылып сыға. Ҡышын да туңмай, сөнки шишмәнең температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус тәшкил итә.
Элегерәк был шишмә тирмәнде эшләткән. Быуаһы ла туңмағас, ҡышын ҡамыштар йәшелләнеп ултырған, һыу үҫентеләренә лә бай булған.
Ҡорғаҙаҡҡа Иүрүҙәндән һәм күлдәрҙән тотоп балыҡтар ебәреп ҡарағандар, ләкин улар тәүлек үтеүгә үлгәндәр. Был хәл һыуҙың еңелсә генә радиоактивлы булыуы менән аңлатыла.
 
 



Лекция, реферат. Башҡортостан тәбиғәте - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
14. Телмәр үҫтереү « | » 16. Ҡайнар шишмәләр






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова