---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 16. Ҡайнар шишмәләр



Ҡайнар шишмәләр

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Ер аҫтынан сыҡҡан ҡайнар һыулы йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары ла һирәк күренеш түгел. Улар ер аҫты йылыһын кәрәгенән артыҡ ала. Ҡайһы берҙәре ныҡ тәрәнгә төшә һәм, ҡайнар сиккә етеп, һыуы парға әйләнә. Бындай сығанаҡтар күберәк вулкандар булған урындарҙа осрай. Чукоткала күп улар. Ҡайнар йылға тип аталғаны янында түҙеп торғоһоҙ эҫе пар менән тулған мунсалағы кеүек. һыуының температураһы 80 градустан юғары. Ҡыш көндәре эргәһендәге ҡар иреп бөтә. Ҡайнар сығанаҡтар тип аталған ерҙә иһә яҙ бер айға иртәрәк килә. Иәй көнө бындағы йәшеллек, емеш-еләктең күплеге, сәскәләр һәр кемде хайран ҡалдыра.
Камчаткалағы Ҡайнар шишмәләр үҙәне иһә бигерәк һоҡланғыс. Тәбиғи фонтандар батшалығында ниндәйҙәре генә юҡ: ҙурҙары, бәләкәйҙәре. һәр береһенең үҙ ҡылығы, үҙенсәлеге... Ҡайһылары 20 минут һайын һауаға күтәрелә, икенселәрен сәғәттәр буйы көтөргә тура килә. Ғәжәп матур күренеш ул — ер аҫтынан ҡайнар фонтандар урғылыуы. Үтә күренмәле йомшаҡ ҡына быу япма менән ҡапланған бәләкәй генә күлде күҙ алдына килтерегеҙ әле. Тыныс ҡына ятҡан күл өҫтө ҡапыл күбекләнә, ер аҫтынан ниндәйҙер тоноҡ ҡына геүләү ишетелә һәм өҫкә һыу бағанаһы атыла. Уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө... Бер аҙҙан барыһы ла тыныслана, әйтерһең, гейзер ял итә, көс туплай. Әммә был тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай, тағы күккә ҡайнар һыу ағымы күтәрелә.
Камчаткалағы иң ҙур гейзерға Великан тип исем биргәндәр. Гейзер ҡапыл ғына хәрәкәткә килә һәм 30 метр бейеклегендәге һыу бағанаһы өҫкә атыла. Ә пары хатта йөҙәр метр бейеклеккә етә.

Камчатка ярымутрауында шулай уҡ тәбиғәттә бик һирәк осраған 12 метр бейеклектән төшөүсе ҡайнар шарлауыҡты күрергә мөмкин.
1941 йылда Камчаткала йырын буйлап аҡҡан ғәжәп тау йылғаһын асалар. Һыуы йәшкелт. Ярҙарынан быу борҡой һәм көслө фонтандар урғый. Ваҡыты-ваҡыты ҡот осҡос олоуҙар ишетелгәндәй. Ер бер туҡтауһыҙ һелкенә. Бында барлығы 200-ҙән ашыу гейзер һәм күп кенә ҡайнар минераль һыулы сығанаҡтар иҫәпләнә.
Исландия ла үҙенең ҡайнар шишмәләре менән киң танылған. Уның баш ҡалаһы Рейкьявиктан 55 саҡрым алыҫлыҡта Хаука йылғаһында урынлашҡан ҙур гейзер бөтә донъяға билдәле. Уның урғылыуын ҡарау өсөн туристар күп килә. Алыҫ түгел генә тағы ике гейзер бар. Берәүһе туҡтауһыҙ ҡайнап торғанлыҡтан, урындағы халыҡ уға Иблис ҡаҙаны тип исем биргән.
Гейзерҙар ер ҡуйынынан бик күп йылылыҡ алып сыҡҡанлыҡтан, Исландия халҡы уны файҙаланырға була. Ҡайнар сығанаҡтарҙан баш ҡалаға торбалар үткәреп, уларҙың эҫе пары һәм һыуы менән өйҙәрҙе йылыта башлағандар. Шулай итеп, 1944 йылда беҙҙең планетала ер ҡуйынындағы йылы менән йылытылыусы тәүге ҡала барлыҡҡа килә.
Боронғо халыҡ ҡайнар шишмәләр янына барырға ҡурҡһа, хәҙер иһә уларҙы төрлө яҡлап файҙаланыу яғын ҡарайҙар: минераль һыуҙары, тирә- яғындағы батҡағы сәләмәтлекте нығытыу өсөн ҡулланыла.
Ер аҫты йылғалары
1 : 3600 — йылғаларҙағы һыу менән ер аҫтынан сәйәхәт итеүсе һыуҙарҙың нисбәте шундай. Бер саҡрымға тиклем тәрәнлектә ер аҫты ҡатламдарында һаҡланған һыу бөтөн Ер шарындағы йылғаларҙыҡына ҡарағанда 3600 тапҡырға күберәк.
Һыуҙың ер өҫтөндәге юлы билдәле: атмосфера — йылғалар, күлдәр, диңгеҙҙәр — атмосфера. Шулай туҡтауһыҙ әйләнеш яһай ул. Әммә ер аҫтына ла бик күп һыу китә. Иҫәпләүҙәр буйынса, тупраҡтың биштән бер өлөшөн һыу тәшкил итә. Тупраҡ ни тиклем йомшағыраҡ булған һайын, ямғыр һәм ҡар һыуы ла төпкәрәк үтеп инә. Айырым тамсылар бергә йыйыла һәм ер аҫты шишмәләрен барлыҡҡа килтерә. Ләкин ерҙең һыу үткәрмәй торған ҡатламдары ла бар: балсыҡ, гранит һ.б.
Ҡайһы саҡ ер аҫты йылғалары 100-әр саҡрымға һуҙыла. Ундайҙар, мәҫәлән, Сахарала табылған. Уларҙың ер аҫтынан йылдар буйы ла сәйәхәт итеүе бар. Әммә, ғәҙәттә, улар ер өҫтөнә ҡалҡып сыға. Уйламаған ерҙән сыға улар: йырындарҙа, һаҙлыҡтарҙа, күл, йылға һәм диңгеҙ төптәрендә. Берәүҙәре һалҡын шишмә булып ер ҡуйынынан сыҡһа, икенселәре ҡайнар фонтан булып өҫкә урғыла. Куба халҡы утрауҙың көньяҡ яры буйында диңгеҙҙең туҡтауһыҙ тулҡынланыуына иғтибар иткән. Һуңынан асыҡланыуынса, был урында диңгеҙ төбөнән бик көслө ер аҫты шишмәләре урғыла икән.
Греция һәм Марокко моряктары диңгеҙҙәге сөсө һыулы сығанаҡтарҙы ла күптән белгән. Уларҙың һыуы диңгеҙҙәгенән еңел булғанлыҡтан, өҫкә үк ҡалҡып сыға.



Лекция, реферат. Ҡайнар шишмәләр - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
15. Башҡортостан тәбиғәте « | » 17. Ғ аләмдәге аралар






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова