---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 17. Ғ аләмдәге аралар



Ғ аләмдәге аралар

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Күк йөҙөндәге есемдәр араһындағы алыҫлыҡтар шул тиклем ҙур, уларҙы беҙ күнеккән саҡрымдар менән үлсәүе ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, сөнки бик оло һандар барлыҡҡа килә. Хатта беҙҙең ҡояш системаһындағы планеталар ҙа бер-береһенән унар, йөҙәр миллион саҡрым алыҫлыҡталар. Бүтәндәргә ҡарағанда Ер менән Ай араһындағы ара артыҡ алыҫ түгел — ни бары 384 мең генә саҡрым. Ҡояш иһә Ерҙән 149,5 миллион саҡрым алыҫлыҡта тора. Сәғәтенә 1000 саҡрым тиҙлек менән осҡан самолет был араны 17 йылда үтер ине. Йондоҙҙар араһындағы алыҫлыҡты үлсәү өсөн саҡрым төшөнсәһе яраҡһыҙ. Шуға күрә астрономияла бүтән берәмектәр ҡулланыла. Шуларҙың береһе — яҡтылыҡ йылы, йәки бер йылда яҡтылыҡ нуры үтә торған ара (билдәле булыуынса, яҡтылыҡ нуры бер секундҡа 300 мең саҡрым тиҙлек менән оса). Беҙгә иң яҡын йондоҙ — Ерҙән 4 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында. Уға барып етеү өсөн самолетҡа 4 миллион йыл осорға кәрәк булыр ине. Бөтә беҙҙең йондоҙ системаһын — Галактиканы яҡтылыҡ нуры 80 мең йыл эсендә үтә.
Йыһан рекордтары
Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү кәрәк: беренсеһе — үҙеңдең сығышыңды, йәғни, ырыуыңды белеү; икенсеһе — йондоҙҙарҙы исемләп атап сығыу; өсөнсөһө — хандар тураһында риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү.
Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев
Иң һыуыҡ планета — Плутон. Ул ҡояш тирәләй оҙонса орбита буйлап әйләнә һәм, 1930 йылда асылғандан бирле, иң алыҫ нөктәһенә барып етмәгән әле. 2114 йылдың февралендә генә, уның температураһын үлсәп, күпме булырын әйтеп буласаҡ. Әле унда минус 233 градус менән һыуыныу дауам итә.
Иң бейек тау — Марстағы Олимп тауы — 24 км.
Иң ҙур юлдаш — Юпитерҙың Ганимеды. Әгәр ул ҡояш тирәләй әйләнһә, уны ғәҙәти планета тиергә булыр ине, сөнки Ганимед Меркурий менән Плутондан ҙурыраҡ.
Ҡояш системаһында иң ҙур планета — Юпитер, Ерҙән 317,8 тапҡырға ауырыраҡ һәм 11 тапҡырға ҙурыраҡ.
Иң ҙур метеорит — 1920 йылда Намибияла табылған Гоба метеориты. Өс метрлыҡ тимер киҫәге 60 тонна тарта. Табылғанға тиклем күпме ятҡандыр, әммә ул һаман ҡуҙғатылмаған.
Ергә иң ныҡ яҡынайыусы комета 1770 йылда Ергә Айҙан алты алыҫлыҡ аралығында үтә. Ул күктә Айҙан биш тапҡырға эрерәк булып күренеп тора.
Иң эре йондоҙ Арҡысаҡ (Орион) йондоҙлоғондағы Бетельгейзе йондоҙо. Уның диаметры Ҡояштыҡынан 800 тапҡырға ҙурыраҡ.
Ергә иң яҡын йондоҙ — Альфа-Центавра йондоҙлоғондағы Проксима йондоҙо. Ул беҙҙән 4,2 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында ята, йәғни уның яҡтыһы ергә тиклем 4,2 йыл эсендә килеп етә.

Иң көслө метеорит ямғыры 1833 йылдың 13 ноябрендә күҙәтелә: сәғәтенә 200 мең “йондоҙ” яуа. Күреп белеүселәр иҫләүенсә, ул саҡта күктән, ҡар яуған һымаҡ, осҡондар ҡойолған.
Иң алыҫ осҡан карап — “Вояджер”. Ул 1977 йылда осоролған һәм, Юпитер һәм Сатурнды үтеп китеп, беҙҙең галактиканан ситкә оса. Әле ул Ерҙән 11 млрд км алыҫлыҡта, ә уның сигналы беҙгә 2020 йылға тиклем килеп торасаҡ.
Халыҡ-ара телескоптар селтәре Гавай утрауындағы һүнгән вулкан башында, 4200 метр бейеклектә урынлашҡан. Ошо урын күк есемдәрен күҙәтеү өсөн иң уңайлы һанала. һәр телескоптың бейеклеге 8 этажлы йортҡа тиң, ауырлығы 270 тонна. Улар икәү, көҙгөләренең диаметры 10 метр.
Донъяның ете мөғжизәһе
Донъяла мөғжизәләр етерлек. Әммә борон-борондан улар араһында етәүһен айырып йөрөтәләр.
Беренсе, иң боронғо мөғжизә — Хеопс, Хефрен, Микерин исемле Египет фараондарының пирамидалары.
Икенсе мөғжизә — беҙҙең эраға тиклемге V быуатта йәшәгән бөйөк скульптор Фидий тыуҙырған ҡомартҡы. Ул — тәхеттә ултырған баш грек аллаһы Зевстың һыны. Бейеклеге 20 метрлыҡ был һындың йөҙө һәм тәне фил һөйәгенән, ә һул иңбашы аша һалынған плащ саф алтындан эшләнгән! Әммә 900 йыл торғандан һуң, Грецияны талаған германдарҙың гот ҡәбиләһе тарафынан юҡҡа сығарылған.
Өсөнсө мөғжизә — Эгей диңгеҙенең Родос утрауындағы Аполлон һыны. Ул еҙҙән ҡойолған һәм Зевс һынынан 12 метрға бейегерәк булған. Үкенескә ҡаршы, ер тетрәү ваҡытында тотош емерелгән.
Дүртенсе мөғжизә — Аполлондың туғаны, ай һәм һунар алиһәһе Артемида (Диана) храмы. III быуатта готтар тарафынан ҡыйратылған.
Бишенсе мөғжизә — Галикарнас ҡалаһында Мавзол исемле фарсы батшаһы ерләнгән храм-мавзолей.
Алтынсы мөғжизә — Семирамиданың аҫылмалы баҡсалары. Ассирия батшабикәһе Семирамидаға Вавилон батшаһы Шамшиадат V ғашиҡ була һәм уның хөрмәтенә бик ҙур ҡоролма төҙөтә. Аркалар рәтенән торған һәр бер ҡатта тупраҡ һалынып, ерҙең төрлө мөйөштәренән килтерелгән ағастар, үҫемлектәр ултыртылған, шишмәләр, фонтандар урғылып торған, матур ҡоштар һайраған.
Донъяның етенсе мөғжизәһе — Форос утрауында, Александрия ҡалаһы янындағы маяҡ. Ул беҙҙең эраға тиклемге III быуатта төҙөлгән. Маяҡ диңгеҙ юлдары киҫешкән ерҙә урынлашып, сәйәхәтселәргә аҙашмаҫҡа билдә булып торған. Бейеклеге 150 метр булған.
Минуттарҙы һанай сәғәт
Ер шарының ҡайһы ғына өлөшөн алма, ваҡыт ҡәҙерле һәм ҡиммәтле төшөнсә һанала. Был хаҡта башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә әйтелә. “Бөгөн эшләйһеңде иртәгәгә ҡалдырма”, “Башлаған эшеңде тамамла”, “Юғалған алтын табыла, ваҡыт табылмай”, “Бер көн артта ҡалһаң, биш көндә лә ҡыуып

етә алмаҫһың”, “Ваҡыты етмәй, гөл дә сәскә атмай”, “Ҡалған эшкә ҡар яуа” һәм башҡалар.
Ер шары бер туҡтауһыҙ әйләнеп тора. Шунлыҡтан Токиола кис икән, Нью-Йоркта был ваҡытта иртә, ә Мәскәүҙә көн була. Өфөлә киске сәғәт һигеҙ, ә Мәскәүҙә әле алты ғына, Прагала иһә - көндөҙгө дүрт. Ошо уҡ сәғәттә Нью- Йоркта - иртәнге ун, ә Токиола - төнгө бер.
Ваҡытты белдереү өсөн боронғолар сәғәт уйлап сығарған. Мәҫәлән, ҡояш һәм ҡом сәғәттәре, шәмдәр һәм майлы лампалар... Һыу сәғәттәре (Һиндостан, Греция, Египет, Ҡытай) тәүлек буйына эшләгән. Һыу резервуарға тамсылап төшкән һәм ваҡытты белдергән. Ҡом сәғәттәре лә ваҡытты дөрөҫ күрһәткән, әммә сәғәт һайын был һауытты әйләндереп торорға кеше кәрәк булған.
Беренсе механик сәғәттәр Миланда 1335 йылда барлыҡҡа килгән. Рәсәйҙә беренсе механик сәғәттәр 1404 йылда Кремлдә ҡуйыла. 1675 йылда Х.Гюйгенс маятниклы сәғәт уйлап таба. Бөгөнгө көндә ул ваҡытты дөрөҫ күрһәтеүсе берҙән-бер сәғәт һанала. 1950 йылда беренсе электр менән эшләүсе һәм электромеханик сәғәттәр барлыҡҡа килә. 1967 йылда - кварц, ә 1972 йылда электрон сәғәттәр донъя күрә. Беренсе ҡул сәғәте 19 быуатта Наполеондың үгәй улы Евгений Богарне өсөн уйлап сығарыла.
Шулай итеп, сәғәт кешелек тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә. Хәҙер иһә тормошто унһыҙ бөтөнләй күҙ алдына ла килтереп булмай.
М.Ҡолмөхәмәтова



Лекция, реферат. Ғ аләмдәге аралар - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
16. Ҡайнар шишмәләр « | » 18. Микроскопты кем уйлап тапҡан?






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова