---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 19. Нимә һуң ул варандар?



Нимә һуң ул варандар?

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Улар хәҙерге замандың иң ҙур һәм иң уҫал кеҫәрткеләре. Варандарҙың ҡиәфәте имәнес һәм шөкәтһеҙ. Уларҙың баштары питондыҡына оҡшаш. Был

гигант кеҫәрткеләрҙең оҙонлоғо 3-4 метрға, ә ауырлыҡтары 130-150 килограмға етә.
Варандар һунарға төндә сығалар. Уларҙың төп аҙығы — ҡыр сусҡалары һәм боландар, буйволдарға һәм аттарға ла һөжүм итәләр.
Д.Бураҡаевтан
Картуф сәсеү мәле етте
Картуфтың тыуған иле — Көньяҡ Америка. Бында уны 14 мең йыл элек үҫтергәндәр. Башҡа ҡитғаларҙа ул Көньяҡ Америкаға походта ҡатнашыусы испан һалдаты Педро Чиезо де Леон арҡаһында билдәле була. 1538 йылда Леон көндәлегенә Европала билдәһеҙ “папа” йәки “папас” исемле үҫемлек тураһында яҙып ҡуя.
Европаға картуфты испандар 1565 йылда ғына алып ҡайталар. Испанияла уға ҡыҙыҡһыныу тыумай, XVI быуатта Италияға килеп эләккәс кенә картуф ныҡлап тарала башлай. Итальяндар ер аҫты бәшмәктәренә оҡшатып, “тарфуффоли”, йәғни “трюфель” тигән атама бирә.
Нәҡ шул исем менән ул Европала тарала ла. Тик һәр халыҡ үҙ теленә яраҡлаштыра: Рәсәйҙә тәүҙә “тартуфоль”, аҙаҡ “картофель”. Рәсәйгә картуф Петр I арҡаһында килеп эләгә (йәнәһе, ул Роттердамдан бер тоҡ итеп ебәргән) тигән һүҙ тарихи дәлилдәр менән раҫланмай. Кем тәү башлап үҫтереүен әйтеүе ҡыйын.



Лекция, реферат. Нимә һуң ул варандар? - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
18. Микроскопты кем уйлап тапҡан? « | » 20. Витаминдар донъяһында






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова