---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 20. Витаминдар донъяһында



Витаминдар донъяһында

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һәр кем белә.
А витамины — туҡымаларҙа һәм күҙәнәктәрҙә аяҡҡа баҫтырыу реакцияларында ҡатнаша. Һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, бауырҙа, треска тоҡомло балыҡтарҙа, томатта, кишерҙә, шпинатта, емеш-еләктә, петрушкала бар.
В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һәм күҙәнәктәргә кислород килеүен көсәйтә. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрә бай.
В12 витамины — матдәләр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа, бөйөрҙә, йомортҡа һарыһында күп.
В2 витамины — матдәләр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның етешмәүе сәстәр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һәм ирендәр торошонда сағыла. Бөтә ит һәм һөт продукттарында, бигерәк тә сүпрәлә бар.
В5 витамины — күҙәнәктәрҙә матдәләр алмашыныуын оптималь кимәлдә тота. Витамин етешмәүе тире, тырнаҡтар, сәс торошонда һиҙелә. Уның сығанаҡтары — һөт, йомортҡа, бауыр. Матдәләр алмашыныуы, боҙолоуын дауалау өсөн кальций тоҙо формаһында ҡулланыла.
В3 витамины — тиренең сәләмәтлеге өсөн кәрәк, тамырҙарҙы киңәйтеүгә йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуында ҡатнаша. Һөттә, йомортҡала, борсаҡта, фасолдә бар.
В6 витамины — аминокислоталар алмашыныуын ғәмәлгә ашырыусы ферменттар төҙөүҙә мөһим роль уйнай. Уның етешмәүе дерматитҡа килтерә. Сүпрәлә, үҫемлектәрҙең йәшел өлөшөндә була.

Д витамины — күҙәнәктәрҙә һәм һөйәк туҡымаһында кальций һәм фосфаттар күсеүен көйләй. Диңгеҙ балыҡтары ыуылдырығы һәм бауыры, балыҡ майы уларға бай.
Е витамины — бик көслө антиоксидант, уны “йәшлек витамины” тип тә атайҙар. Ул бойҙай бәбәгендә, йәшел үҫентеләрҙә, һырғанаҡ, көнбағыш, арахис майында күп.
F витамины — кислород һәм май алмашыныуында ҡатнаша, шешеү процесын бөтөрә, күҙәнәктәрҙең яңырыуына булышлыҡ итә, уларҙың дымды юғалтыуын иҫкәртә. Был витамин етешмәгәндә тире ҡорой, сәс ҡойола, кәүәкләнә. Үҫемлек майҙары, көнбағыш, миндаль, һырғанаҡ орлоғо, гөлйемеш составына инә.
С витамины — туҡымаларҙың яңырыуына булышлыҡ итә. Уларға цитрус емештәре, шалҡан, йәшелсә һәм емештәр бай, бигерәк тә ҡара ҡарағатта, гөлйемештә, ҡыҙыл бороста, татлы һуғанда күп.
Йәшел аптека
Дарыу үләндәре әҙерләү өсөн йәй - иң ҡулай ваҡыт. Тик уларҙы оло юлдан, заводтар тирәһенән ситтә, урман-яландарҙа йыйыу һәйбәтерәк.
Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай. Улай иткәндә, шифаһы теймәйәсәк. Еләҫ ерҙә яҡшылап киптерелгән үләнде ныҡлап ябылған быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк.
һары мәтрүшкәне сәскә атҡан осорҙа һабағы менән 15-20 сантиметр оҙонлоғонда йыялар. Сәй кеүек ҡайнатып эсәләр. һалҡын тейгәндә, тамаҡ шешкәндә файҙалы.
Юл япрағын йәй буйына йыйып әҙерләргә мөмкин. Тик япраҡтарында таптары булмаһын. Был үҫемлек тә тамаҡ ауыртҡан, йүткергән мәлдә шифалы һанала.
Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.
Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ. Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тейгәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.
“Иәншишмә ” нән
Һүҙлек
һары мәтрүшкә - зверобой
Юл япрағы - подорожник
Төнәтмә - настойка
Витаминдар хазинаһы
Миләште, бик әсе булғанға, ҡайһы берәүҙәр яратып еткермәй. Уның витаминдар хазинаһы икәнлеген онотоп ебәрәләр, күрәһең. Миләш каротиндарға һәм антициан ҡушылмаларға, А һәм С витаминдарына, пектинға һ.б. бай. Миләш еләгендәге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар тиҫтә ярымдан артып китә.

Миләш ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланғанда бик файҙалы. Ул бигерәк тә балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә шифалы.
Миләшкә халыҡ ғүмер буйы хөрмәт менән ҡараған. Уны киҫмәгәндәр, һындырмағандар. Миләш ағасын рәнйеткән кеше сәләмәтлеккә туймай һәм хәйерсе була, тип ышанғандар.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” нан
Хәтерең насармы?
Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа йыш ҡына хәтере юҡлығына зарлана. Кемдер сәбәбен мәғлүмәт ағымының көслө булыуынан, кемдер йод етешмәүҙән, кемдер аҡыллы китаптар уҡымай, телевизор-компьютерға текләп ултырыуҙан күрә. Ни булһа ла, хәтерҙе күнектерергә, яҡшыртырға мөмкин. Беренсенән, башватҡыстар, шахмат мәсьәләләре, кроссворд-сканвордтар сисеп, шиғыр ятлап. Икенсенән, “аҡыллы ризыҡтар” ашап.
Мәҫәлән, мүк еләге. Унда антиоксиданттар күп. Улар - атеросклероз ауырыуына ҡаршы һәйбәт сара. Тимәк, баш мейеһен ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙар һығылмалы булып ҡаласаҡ.
Көртмәле лә шундай уҡ сифаттарға эйә. Бынан тыш, күҙҙәр үткерлеген, ҡолаҡтар һаҡлығын да ҡайғырта.
Сөгөлдөр менән кәбеҫтә Альмцгеймер (ҡартлыҡ аҡылһыҙлығы) сирен барлыҡҡа килтереүсе ферменттарҙы юҡҡа сығарыусы матдәләргә бай.
Һимеҙ диңгеҙ балыҡтарындағы майлы кислоталар баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ә фосфор туҡымаларға кислород үтеп инеүенә булышлыҡ итә.
“Йәшлек” тән
һүҙлек
Мәғлүмәт - информация
Башватҡыс - головоломка
Мүк еләге - клюква
Көртмәле - черника
Аттарҙың иң-иңдәре
Александр Македонскийҙың Буцефал ҡушаматлы аты иң ҡыйыу ат иҫәпләнә. Ул донъяла бер нәмәнән дә ҡурҡмаған тиер инең, үҙ күләгәһенән өркөр булған.
Иң бәләкәй ат — Горбунок. Был ат өс ҡарыш ҡына бейеклектә, ишәк кеүек оҙон ҡолаҡлы, йөнтәҫ итеп һүрәтләнә. Горбунок ҡушаматын иҫбатлап, арҡаһында дөйәнеке һымаҡ ике үркәсе лә була уның. Күҙ алдына килтерәһегеҙме шундай өрәкте?
Иң ҡырағай ат — Пржевальский аты. Хатта уны, беҙ ҡабул итеп өйрәнгән ат тип түгел, ә болан йә мышы кеүек ҡырағай януарҙар рәтенә индерергә кәрәктер.

Иң зыянлы ат — Олег кенәздең аты. Легенда буйынса, ул әжәлен атынан таба, йәғни үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан кенәзде сағып үлтерә.
Иң мәкерле ат — Троя аты. Әлбиттә, был осраҡта изге мәхлүктең ғәйебе лә шул сама ғына булғандыр, ни тиһәң дә, ағастан яһалған уйынсыҡ ат эсенә шымсылар ултыртыу һәр кешенең дә башына килмәҫ ине әле. Әммә тарихта ул мәкерле кешеләрҙең түгел, ә аттың яманаты ҡалған.
Иң ябыҡ ат — Росинант. Сервантестың яҙыуынса, Дон Кихот, атын ҡарап сыҡҡас, ошондай фекергә килә: “Ул дүрт аяғына ла аҡһай һәм тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә ғибәрәт”.
Иң сәйер ат — мушкетер д’ Артаньяндың аты. Ул Парижға тәүләп килеп ингәндә, атының был хайуандарға һис тә хас булмағанса сағыу һары төҫтә булыуына иғтибар итәләр. Хәс тә көҙгө ҡайын япрағы төҫөндә инде бына.
Иң вазифалы ат — Рим императоры Г ай Калигуланың аты. Ул яратҡан малҡайына әҙ ҙә түгел, күп тә түгел — сенатор дәрәжәһен биргән.
Иң ғәжәп ат — Айболит докторҙың дуҫы Тянитолкай. Уның ике башы булыуы мәғлүм. Ҡойроғо юҡ шикелле. Тик бына тояҡтары нисегерәк икән — дүртәүһе лә алғы аяҡтармы?



Лекция, реферат. Витаминдар донъяһында - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
19. Нимә һуң ул варандар? « | » 21. Хәрбиҙәр






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова