---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 21. Хәрбиҙәр



Хәрбиҙәр

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Хәрбиҙәрҙең есеме исеменән күренә.
Һалдат. Итальян һүҙенән алынған. Һаҡсы, ҡарауылсы, хәрби хеҙмәтсе булып ялланған кеше тигән һүҙ.
Рядовой. Урыҫ телендәге “ряд” һүҙенән — рәт, сафта тороусы хәрби хеҙмәтсе тигән һүҙ.
Ефрейтор. Немецса “гефрайтер” — азат ителгән мәғәнәһендә. Ул ябай һалдат башҡара торған ауыр хеҙмәттән азат ителгән, еңелерәк эшкә күсерелеп, һалдаттан бер баҫҡыс юғарыраҡ тора.
Сержант. Латинса “сервиенс” һүҙен үҙгәртеп яһалған. Йәғни хеҙмәт итеүсе була.
Старшина. Урыҫ теленән “старейшина” һүҙенән килеп сыға. Тимәк, абруйлы, дәрәжәле. Армияла иһә кесе чиндарҙың иң олоһо мәғәнәһендә.
Прапорщик. Славян халыҡтары телдәрендә “прапор”, йәғни байраҡ, флаг. Ә прапорщик — байраҡсы, саф алдында хәрби частың байрағын күтәреп барыусы.
Офицер званиеһы Петр I батшалығы осоронда барлыҡҡа килә. Латинса “офицариус” — хеҙмәт башҡарыусы, хеҙмәт менән йәшәүсе һүҙенән алынған. Бөгөн киң ҡулланылған “офис” һүҙе лә шунан килә.
Лейтенант. Шулай уҡ француз теленән — урынбаҫар, ярҙамсы, вариҫ мәғәнәһен белдерә.
Капитан. Латинсанан “кап” — баш тигән һүҙ. Тимәк, капитан — баш кеше, алда тороусы.
Майор. Шулай уҡ латинсанан “маир” һүҙенән — оло, өлкән, өҫтөн мәғәнәһендә ҡулланыла. Уны немецтар “майор” тип ҡабул иткәндәр һәм беҙҙең

телгә лә шул килеш кергән. Француздарса иһә атанан ҡалған малды иң өлкән йәштәге вариҫҡа ҡалдырыу законы “майорат” тип атала.
Полковник. Славян телендәге “пак” — халыҡ төркөмө, ғәскәр мәғәнәһендәге һүҙҙән, ғәскәр етәксеһе тигәнде аңлата.
Генерал. Уның мәғәнәһе — ҙур кеше, алда тороусы, баш кеше.
Маршал. Был исем башта король, императорҙарҙың һарайҙарында махсус хеҙмәттә тороусыларға ғына бирелә торған дворян дәрәжәһендәге звание булған.
Генералиссимус — иң юғары хәрби дәрәжә. Был атаманың беренсе өлөшө “баш кеше” мәғәнәһендә, “симус” иһә латинса “иң алда” тигән һүҙ. Тимәк, генералиссимус генералдарҙың да генералы була.
Ни өсөн Үле диңгеҙ “үле” тип атала?
Ни өсөн диңгеҙ диңгеҙ тип, ә күл күл тип атала икән? Улар араһында айырма нимәлә?
Диңгеҙ — Донъя океаны менән тоташҡан һыу ятҡылығы. Шуның өсөн уның һыуы һәр саҡ тоҙло була. Ә күлдәр материктың эсендә ята, улар океан менән тоташмай һәм, ҡағиҙә булараҡ, һыуҙары сөсө. Мәгәр тоҙло күлдәр ҙә бар.
Ҙурлығын күрһәтеү өсөн ҡайһы бер күлдәрҙе диңгеҙ тип йөрөтәләр.
Үле диңгеҙ ҙә — күл. Уның һыуы тоҙло ғына түгел, ә океан һыуынан 10 тапҡыр тиерлек тоҙлораҡ! Шуға күрә Үле диңгеҙҙә бер йән эйәһе лә йәшәй алмай. Хатта микроорганизмдар ҙа. Диңгеҙҙең исеме лә ошонан килеп сыҡҡан.
Үле диңгеҙ Яҡын Көнсығышта ята. Уның климаты һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Бында бик күп санаторийҙар төҙөлгән.
Ныҡ тоҙло булғанға, был диңгеҙ һыуында батыу мөмкин түгел, һыу үҙе үк һине өҫкә этеп сығара. Шулай ҙа һыу ингәндә үтә һаҡ булырға кәрәк, сөнки күҙгә эләккән бер тамсы һыу уға тоҙ һибеү менән бер.
 



Лекция, реферат. Хәрбиҙәр - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
20. Витаминдар донъяһында « | » 22. Хоҡуғыңды беләһеңме, студент?






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова