---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 22. Хоҡуғыңды беләһеңме, студент?



Хоҡуғыңды беләһеңме, студент?

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Студент бер юлы ике уҡыу йортонда белем алыу хоҡугына эйәме ?
Закон буйынса, студенттарға бер юлы бер нисә уҡыу йортонда белем алыу хоҡуғы бирелгән, ләкин ул көндөҙгө бүлек студенттарына ҡағылмай.
Батырҙа ла ял кәрәк.
Студент тигәс тә көнө буйы лекция тыңлап ҡына ултырырға тимәгән, уның да сиге булырға — дәрестәр, лекциялар һаны аҙнаһына 54 сәғәттән артмаҫҡа тейеш.
Вузды ташлаған студент яңынан тергеҙелә аламы ?
Үҙ теләге йәиһә ниндәйҙер сәбәп менән уҡыуын ҡалдырған студент шул уҡ уҡыу йортонда яңынан уҡый ала. Өҫтәүенә, әгәр ҙә ул әлегә тиклем түләүһеҙ бүлектә белем алһа, артабан да шул уҡ нигеҙҙә уҡыуын дауам итәсәк.
Бер уҡыу йортонан икенсе уҡыу йортона күсергә мөмкинме ?
Бер уҡыу йортонан икенсеһенә күсеү өсөн ниндәйҙер мөһим сәбәп булырға тейеш.
 
Академик отпуск кемдәргә тейеш ?

Академик отпуск студенттарға медицина ҡушыуы буйынса йәиһә айырым осраҡтарҙа (ғаилә хәлдәре, ҡаза күреү) бирелә. Әммә ул бер йылдан да оҙон булырға тейеш түгел.
Хәрби хеҙмәттән кемдәр азат ителә ?
Дәүләт ҡарамағындағы, муниципаль һәм дәүләт аккредитацияһы үткән һәм дәүләт ҡарамағында булмаған урта һәм юғары профессиональ белем биреү учреждениеларының көндөҙгө бүлек студенттары уҡыған осорҙа армияға саҡырылмай. Ә инде уҡыу йортоноң аккредитацияһы юҡ икән, тимәк, армияға барырға тура киләсәк.
Олимпия уйындары ҡасан барлыҡҡа килгән?
Олимпия уйындары тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклемге 776 йылға ҡарай. Ул — ярыштарҙа еңеүселәр исемлеге.
Был уйындар дүрт йылға бер тапҡыр боронғо гректар изге тип һанаған Олимп тауында үткәрелгән. Улар биш көн барған. Тантаналы йөрөштәрҙән һуң Зевс исемле алла хөрмәтенә ҡорбан килтергәндәр. Һуңынан йүгереү, көрәш, йоҙроҡ һуғышы, һөңгө сөйөү, ике тәгәрмәсле арбалар менән уҙышыу кеүек ярыштар үткәрелгән.
Һуңыраҡ, беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта, Олимпия уйындарында, спортсыларҙан тыш, шағирҙар, музыканттар, актерҙар сығыш яһай башлаған. Еңеүселәргә ҙур хөрмәт күрһәтелгән. Улар һалымдарҙан азат ителгән һәм үлгәнсе дәүләт иҫәбенән туҡланыу хоҡуғы алған.
Олимпия уйындары тотош донъя байрамы һаналған. Был ваҡытта бөтә һуғыштар туҡталып торған. Ләкин 304 йылда Рим императоры был уйындарҙы үткәреүҙе тыя.
1884 йылда Парижда Халыҡ-ара спорт конгресы үткәрелә. Конгресс Олимпия уйындарын ҡайтанан тергеҙергә ҡарар итә һәм 1896 йылдың 5 апрелендә Афина ҡалаһында асылған уйындар хәҙерге Олимпия хәрәкәтенең яңы тарихын башлап ебәрә.
“Каникул” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Бөтәбеҙгә лә билдәле булыуынса, каникул — ял осоро. Был һүҙ һәр уҡыусыла шатлыҡ тойғоһо уята. Ул этимологияһы буйынса латин һүҙе “канис” тан алынған.
Борон римляндар “Сириус” йондоҙон “Каникула” тип йөрөткәндәр. Ул
—күк йөҙөндә балҡып яныусы иң сағыу йондоҙ. Айырыуса ул июль айында яҡты нурҙар сәсә, ошо ваҡыт Римда йәйге эҫе көндәр башлана һәм уҡыуҙар туҡталып торған. “Каникул” һүҙе ошо йондоҙ атамаһынан килеп сыҡҡан.
 



Лекция, реферат. Хоҡуғыңды беләһеңме, студент? - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
21. Хәрбиҙәр « | » 23. Г азетаға нисә йәш?






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова