---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 23. Г азетаға нисә йәш?



Г азетаға нисә йәш?

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Уның тарихы ике мең йылға яҡын. Беҙҙең эраға тиклем үк Римда таҡтаға гипс һылап листовкалар сығарғандар. Улар хәҙерге газетаның башланғысы булып иҫәпләнә.
Европала газета баҫыу 17-18 быуаттарҙа буржуаз революциялар башланған осорҙа башлана. Тәүге ваҡытлы баҫма сифатында ул 1609 йылда

Страсбургта (Франция) барлыҡҡа килә. Шул уҡ осорҙа (1621 йылда) Рәсәйҙә газета сыға башлай. Дөрөҫ, ул ҡулдан яҙылған була.
Газета тигән һүҙ итальян теленән алынған. Элек Италияла (Венецияла) ваҡ аҡсаны газета тип йөрөткәндәр. Ул ваҡытта Венецияла ҡулдан яҙылған листовкалар һатылмаған, шулай ҙа кешеләр уны уҡып сығыу өсөн ваҡ аҡса — газета түләгән. Һуңынан, баҫма бюллетендәр сығарыла башлағас, уның исеме шул аҡса исеме менән газета булып тороп ҡалған.
Кроссворд тарихынан
“Кроссворд” инглиз теленән “арҡыры-буйлы киҫешеүсе” тигәнде аңлата. Тәүге кроссворд 1913 йылда АҠШ-та “Нью-Йорк геральд” газетаһында баҫыла. Беҙҙең илдә “Огонек” журналында 1929 йылда сыға. Республикала тәүге кроссвордты “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы 1966 йылда тәҡдим итә.
Үлсәү берәмектәре
Аршын — төрөк теленән алынған. Яҡынса 71,12 см-ға тиң. Аршын Төркиәлә, Афғанстанда, Иранда, ә үлсәүҙең метрик системаһы индерелгәнгә тиклем Рәсәйҙә, Болгарияла, Югославияла оҙонлоҡ үлсәү берәмеге итеп ҡулланылған.
Дюйм — голланд һүҙе, “биш бармаҡ” тигәнде аңлата. Яҡынса бер дюйм 2,5 см һәм ул үлсәүҙәрҙең Англия системаһы таралған илдәрҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә киң ҡулланыла.
Миль — латин һүҙе. Төрлө илдәрҙә милдең дәүмәле төрлөсә: Египетта 1 миль 0,58 км-ға, Римда — 1,598 км-ға, боронғо чехтарҙа — 11,2 км-ға, Рәсәйҙә
—яҡынса 1,7 км-ға тигеҙ.
Теле барҙың ғына иле бар
Башҡорт теле
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй, йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле.
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле.
Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Иырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле.
Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем.
З.Бейешева
Мин халҡымдың сәскә күңеленән,
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Иыямын да — йәнле ынйыларҙан Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын...
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Иөрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Р.Ғарипов
Мираҫ
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Башҡорт халыҡ мәҡәле
Тыуғанымдан киткәнемә тиклем —
Ғүмер буйы йыйған милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын Иң ҙур мираҫ — туған телемде.
Ул да миңә ата-әсәйемдең Иң берҙән-бер ғәзиз мираҫы.
Ул да һеҙгә ғүмер буйы ерҙә һулар һауа кеүек булһасы.
Мең йыл буйы халыҡ аҡылының Мең тылсымын йыйған хазина,
Юҡ, һатылмай, сөнки мөмкин түгел Баһа ҡуйыу уның хаҡына.
Күкрәк һөтө, бишек йыры менән Кергән дә ул йәнде имләгән.
Юҡҡамы ни кеше туған телен Тыуған иле менән тиңләгән.
Яратҡанға бал-май булып тамған,

Нәфрәттәрҙән — уҡтай ҡаҙалған.
Быуаттарҙың гөлө һәм көлөнән —
Халыҡ яҙмышынан яралған.
Туған телдә күпме сәсән, шағир,
Йырға һалған яҡты өмөтөн.
Быуындарҙан-быуындарға биргән Байраҡ итеп моңон, саф һүҙен.
Халҡым барҙа туған телем булыр,
Тик һеҙ уға ғәмһеҙ булмағыҙ,
Яҙыҡ булыр әгәр үҙегеҙҙе Аманаттан өҫтөн ҡуйһағыҙ.
Бабайҙарҙан, әсәйемдән алған —
Ғүмер буйы тапҡан милкемде,
Улым, ҡыҙым, һеҙгә ҡалдырамын Бөйөк мираҫ — туған телемде.
Р. Мифтахов
Туған телем! Әсәм теле! Ниндәй ҙур көскә эйә ул туған тел! Үҙ телемде белмәһәм, тыуған еремдән ситтә йәшәһәм, үҙемде бәхетле һанай алмаҫ инем.
Башҡорт телен һанға һуҡмаған кеше туған халҡының үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, киләсәген дә белә алмай. Милли батырыбыҙ, шағир һәм йырсы Салауат Юлаевты онотҡан йәки уның “Һандуғас”, “Уҡ”, “Егеткә”, “Зөләйха” кеүек мәшһүр шиғырҙарын белмәгән кеше үҙ теле, үҙ милләте менән ғорурлана алмай.
Әсәм теле — сәсән теле. Моңло, матур, бай туған телем. Ә туған телем
—минең йөрәк тибешем, йәшәү дәртем, бәхетем!
Тел тураһында мәҡәлдәр
Әсә теле бер булыр.
Иле барҙың теле бар.
Һүҙ бер көнлөк, тел ғүмерлек.
Тел — әсәнең балаһына иң ҡәҙерле бүләге.
Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр.
Әҙәп башы — тел.
Телдән дә көслө нәмә юҡ. Тел ул ҡылыстан үткер. Бер һүҙ кешене үлтерә икән, икенсеһе терелтә ала. Тел йыуата ла, илата ла, уттарға ла һала.
Ғ.Хөсәйенов
Донъяла кешеләр төрлө телдә һөйләшә. Әммә лингвистика аныҡлыҡты өҫтөн күрә. Шуға күрә лингвистар ваҡыты-ваҡыты менән нисә тел барлығын һанай һәм мәғлүмәттәрҙе киң информация сараларында баҫып сығара. Әле Ер йөҙөндә 5621 диалект һәм тел иҫәпләнә. Шуларҙың 500-ө генә һәйбәтләп өйрәнелгән. Телдәрҙең өстән ике өлөшөнөң үҙ яҙмаһы юҡ.

Әле донъяла 200-ләп тел киң таралған. Уларҙың Һәр ҡайһыһының үҙ яҙмаһы бар. Бөтәһе дүрт яҙма бар: латиница (70 илдә файҙаланыла), кириллица (60 илдә), ғәрәп графикаһы (10 илдә), иероглифика (3 илдә).
Әсәкәйем — берҙән-берем
Мин әсәмде күккә тиңләр инем
Әсә һүҙе шундай яғымлы ул,
Иң изге һүҙ барлыҡ донъяла.
Ошо һүҙҙән Тыуған ил башлана,
Телен аса тыуған һәр бала.
Мин әсәмде күккә тиңләр инем,
Йөҙкәйҙәре уның — аяҙ күк.
Сәскән изгелеге сәскә булһа,
Ерҙе ҡаплар ине хәҙер үк.
Күңелдәре йыһан киңлегендәй,
Тауыштары — тауҙар шишмәһе.
Әсә мөхәббәте — төпһөҙ диңгеҙ,
Тамсыһы ла уның кипмәһен.
Мин әсәмде айға тиңләр инем,
Ҡараштары уның — көмөш ай.
Ай яҡтыһы менән бәхет һорап,
Мине көткән әсәм йоҡламай.
Һағынып та ҡайтып был күреүем,
Бар күңелдән тәбрик итеүем,
Һинең өсөн бөгөн был алҡыштар,
Әсәм — минең уңыш бетеүем.
Р. Мансурова
Әсәләр тураһында мәҡәлдәр
Атаһын күр ҙә улын ҡос, әсәһен күр ҙә ҡыҙын ҡос.
Бала ҡәҙерен әсә белер.
Ишеге ямандың өйөнә барма, әсәһе ямандың ҡыҙын алма.
Телһеҙҙең телен әсәһе белер.
Үҙ әсәң бауырһаҡ, үгәй инәң — һарымһаҡ.
Әсә янында бала етем булмай.
Атаһыҙ бала етем түгел, әсәһеҙ бала етем.
Әсә ҡуйыны тундан йылыраҡ.
Әсә йылыһы — ҡояш йылыһы.
Ата-әсәһен тыңлаған әҙәм булған, тыңламаған әрәм булған.
Ағасына күрә алмаһы, әсәһенә күрә балаһы.
Бала шатлығы — әсә шатлығы.

Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.
Әсә һөтө менән инмәгән — тана һөтө менән инмәй.
Ата-әсә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.
Ата-әсәһенә ҡәҙер күрһәтмәгән — үҙе лә изгелек күрмәҫ.
Баланың ғәйебе — ата-әсәнеке.
Донъяла ата-әсәнән башҡа бар нәмә лә табыла.
Астан үлһәң дә, ата-әсәңде ташлама.
Ир бала — ата-әсәгә таяу, ҡыҙ бала — өйгә яҡҡан буяу.
Атаны күреп ул үҫер, әсәне күреп ҡыҙ үҫер.
Аҡыллы фекерҙәр донъяһында
Ваҡыт, хеҙмәт, намыҫ, белем, үҙ-үҙеңә хужа булыу, кешеләге физик, аҡыл һәм әхлаҡи көс — барлыҡ байлыҡтарҙың сығанағы.
К.Ушинский
Яҡшылыҡ эшләү тураһында һөйләнеү яҡшылыҡ ҡылдым тигәнде белдермәй.
Аристотель
Аҡыл кешегә хеҙмәт итмәһә, ул ҡурҡынысҡа әүерелә.
Софокл
Иң элек яҡшылыҡҡа өйрән, унан зирәклеккә, сөнки беренсеһенән башҡа икенсеһен үҙләштереү мөмкин түгел.
Сенека
Оло әхлаҡ юҡ икән, ундай ерҙә оло шәхестәрҙең булыуы ла шикле.
Р.Роллан
Бүтәндәрҙән башҡа ла йәшәй алам, тип уйлаған бер яңылышһа, минән башҡа йәшәй алмайҙар, тип маһайған икеләтә хаталана.
Ф.Ларошфуко
Ерҙәге бар матурлыҡ — Ҡояштан, тормоштағы бар яҡшылыҡ — кешенән.
М.Пришвин
Мөхәббәт бөтәһен дә талап итә һәм уның быға хаҡы бар.
Людвиг ван Бетховен Ғашиҡтың ғына кеше тигән исемде йөрөтөргә хаҡы бар.
А.Блок
Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡҡан мөхәббәт — мөхәббәт түгел.
Дж.Г олсуорси
Мөхәббәт яуаплылыҡты өҫтәй. Унһыҙ тормош юҡ.
И.Г ончаров
Ысын мөхәббәт килмәһә, тормоштоң асылын аңлап булмай.
М.Г орький
Мөхәббәт намыҫлы йөрәктәрҙе тиҙ солғап ала.
Д.Алигьери
Дуҫлыҡ менән мөхәббәт — ике бөйөк тойғо, улар кешене бөтөнләй үҙгәртә.
Жан Поль Марат

Мөхәббәт ут кеүек — утын өҫтәмәһәң, һүнә.
М.Лермонтов
Мөхәббәтте йәшереп булмай.
А.Пушкин
Ысынлап яратыу — үҙ-үҙеңде онотоу ул.
Жан-Жак Руссо
Ваҡыт төрлө кешелә төрлөсә үтә.
Шекспир
“Эш күп, ваҡыт етмәй” тип ығы-зығы килгән кешеләр, ғәҙәттә, бер эш тә ҡырмайҙар.
Г.Ликтенберг
Бөйөк кеше үҙ заманынан алда бара, аҡыллы кеше Һәр юлда заманы менән йәнәш атлай, ахмаҡ заманына арҡыры тора.
Э.Бауэрнфельд
Үҙҙәре иҫән саҡта күккә күтәрелгән күп кешенең үлгәс һәйкәле булмаясаҡ.
П.Беранже
Ҡайһы бер бәндәләрҙең ҡоро исеме генә бар: уларға яҡындан текләп ҡараһаң, бер нәмәләре лә юҡ икәнде күрәһең.
Ж.Лабрюйер
Йә, хоҙа! Һин кешеләргә алтынды баҡырҙан айырырлыҡ аҡыл биргәнһең, әммә әҙәм аҡтығын тыштан танырлыҡ тамға һуҡмағанһың.
Эврипид
Ҙур кешегә бәләкәй гонаһтар еңел ғәфү ителә.
М.Эшенбах
Үҙ кейемеңде кей, үҙ һауытыңдан эс, үҙ икмәгеңде аша — ул саҡта бер кем менән дә бутамаҫтар!
Шамил Анаҡ
Кешеләрҙе мөхәббәт, намыҫ һәм тоғролоҡ матурлай.
Т .Килмөхәмәтов
Донъяла кешеләр ике төр: аҙғындар — тыйнаҡтар, ҡыйыуҙар — ҡурҡаҡтар, дуҫтар — дошмандар, күндәмдәр — киреләр, аҡыллылар — тилеләр, гонаһлылар — изгеләр...
Шамил Анаҡ
Һәр ғаилә - үҙенә күрә бер карап ул... Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!..
Н.Асанбаев
Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата...
М.Кәрим
Еңел килгән бәхет - бәхет түгел,
Эҙләп тапҡан бәхет ҡәҙерле.
Ә.Атнабаев
Бәхетһеҙҙәр аңлай бәхетте.
М.Ғәли

Бәхет бит ул - алтын балыҡ, Бик тиҙ генә бармай ҡабып.
Г.Юнысова
Мәҡәлдәр
Ата булмай атайың ҡәҙерен белмәҫһең, әсә булмай әсәйең ҡәҙерен белмәҫһең.
Бала — уңһа ғына бала, уңмаһа — бәлә.
Бала үҫтерһәң, буйын ғына үҫтермә, аҡылын да үҫтер.
Ҡарға ла балаһына “аппағым” тиер, терпе лә балаһына “йомшағым”
тиер.
Ҡыҙ баланың сибәр булыуы яҡшы.
Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.
Һауаны йондоҙ, ҡатын-ҡыҙҙы сәс матурлай.
Дуҫым, тип серең һөйләмә, дуҫтың да дуҫы булыр, ул да һөйләр дуҫына. Өйөңдө яҡшы һаҡла, ҡапыл ҡунағың килер; үҙеңде яҡшы һаҡла, ҡапыл әжәлең килер.
Тыныс йәшәргә теләһәң, телеңде тый.
Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.
Әсе тел — зәһәр, татлы тел — шәкәр.
Ҡул яраһы бөтөр, тел яраһы бөтмәҫ.
Оҙон тел ғүмерҙе ҡыҫҡартыр.
Һөйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел.
Таҫма телгә ышанма.
Татлы тел айыу бейетә.
Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.
Тик тормаған тел башҡа бәлә килтерә.
Асыу хәтәр, асыуҙан ғәйбәт хәтәр.
Уйнап һөйләмә, уйлап һөйлә.
Һүҙ эйәһенән алда барып етә.
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Ағас башын ел бутай, әҙәм башын һүҙ бутай.
Һүҙҙә тороу — ҙурлыҡ, һүҙҙә тормау — хурлыҡ.
Хәҙистәр
Ҡәнәғәт була белеү — ҙур байлыҡ.
Йомшаҡ күңел, асыҡ йөҙ — хазина.
Кешегә зарар итеү һәм үс алыу — енәйәт.
Эште еренә еткереп эшлә.
Баш — аяҡҡа ла баш, ҡулға ла баш, башҡа ла баш.
Башлыҡ булыр өсөн баш ҡына етмәй.
Башһыҙ ҙа баш йөрөтә.
Миҙгелдәр
Тәүге ҡар

Тәүге ҡарым, елбәҙәгем, Һағышым, ҡыуанысым. Һаумы, һаумы, аҡ хыялым, Наҙ-йырым, йыуанысым. Юлдарға яу, ҡайындарға, Муйылдарға, сирендәргә. Сәстәргә ҡун, керпектәргә, Ире ал ирендәрҙә.
Күгем зәңгәр, һыуым тулҡын Ерем булһын иҫән-һау,
Аҡ юл һалып, аҡ бәхеткә Аҡ шатлыҡтар булып яу, Ерем булһын иҫән-һау.
Ҡар бөртөктәре
Елбер-елбер елберләп Бөркөлгәндәй елбәҙәк, Сәбәләнеп, туҙынып,
Ҡар һибелә йылҡылдап.
Бер бөртөгө йондоҙҙай,
Бер бөртөгө түңәрәк.
Бер бөртөгө көмөштәй,
Бер бөртөгө күбәләк.
Бер бөртөгө алмастан,
Бер бөртөгө елбәҙәк.
Бер бөртөгө уҡанан,
Бер бөртөгө гел биҙәк.
Эй, ҡар яуа, ҡар яуа,
Ынйы яуа, нур яуа.
Мул тормошҡа ҙур уңыш Үҫтерергә ул яуа.
Ҡар бөркәнә ҡалалар,
Ҡар ябына далалар. Йымылдашып ағастар Ҡарҙан суҡтар тағалар.
Хикмәтле ҡар
Ҡар яуа ла ҡар яуа Яландарға, ҡырҙарға.
Йоҡлап ятҡан далалар Күмелә аҡ юрғанға.
Беҙҙең өҫкә лә ҡарҙар Яуалар ипләп кенә.
—Ҡар түгел, — ти олатай, — Яуа аҡ икмәк кенә!
Ф.Рәхимғолова
С. Ҡудаш

С.Муллабаев
Матур көн
Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа, Ғәжәп матур көн бөгөн! Ҡулға тотоп алғы килә Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн. Бәүелеп-бәүелеп төшә,
Ҡар яуа — матур ниндәй! Әйтерһең дә, кемдер күктә Ҙур иләктән он иләй.
Көҙ биҙәктәре
Көҙ биҙәгән еркәйемде Мең биҙәккә,
Әллә япраҡ оса, әллә Елбәҙәктәр?!
Эй килешә һары күлдәк Ҡайындарға:
Ә миләштәр ялҡын яулыҡ Ябынғандар.
Баландарым таҡҡан ҡыҙыл Муйынсаҡтар.
Ал яулығын болғап ҡала Йәш уҫаҡтар.
Йондоҙ төҫлө балҡый ана Көҙ гөлдәре...
Бигерәк аҫыл тыуған ерем Миҙгелдәре!
Алтын көҙ килә еремә
Тирә-яҡҡа көҙ апай Һипте һары буяуын:
Һары урман, һары тау Алып тора күҙ яуын.
Ошо буяу көҙ еткәс, Ҡаплап ала ер өҫтөн. Йәп-йәшел ужым ғына Һаҡлай нисек йәй төҫөн?
Миҙгелдәр
Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар, Үҙ төҫө бар һәр айҙың. Зәңгәр сирень, йәшел үлән Бигерәк йәмләй яҙҙы!
Йәй айҙарын аллы-гөллө
С. Әлибаев
Ф.Рәхимғолова
М. Дилмөхәмәтов

Хуш еҫле сәскә биҙәй.
Ҡыуанып һайраған ҡош та Шул гүзәллекте һиҙә.
Уңған көҙ урманды буяй Ҡыҙыл, һары төҫтәргә.
Шунан ҡышҡа ҡала инде Ергә аҡ төҫ өҫтәргә.
Сиратлап миҙгелдәр ергә Сағыу биҙәктәр һала.
Шуға йылдың һәр бер айын Һағынып көтөп алам.
Т .Дәүләтбирҙина
 



Лекция, реферат. Г азетаға нисә йәш? - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
22. Хоҡуғыңды беләһеңме, студент? « | » 24. Ғинуар






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова