---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 30. Сентябрь



Сентябрь

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Сентябрь ике миҙгелдең — көләс йәй менән ҡырыҫ көҙҙөң ҡауышҡан айы. Ай башында һауа бейек, үтә күренмәле була, офоҡтар асыҡ, таҙа тора. Йылыһы көндән-көн һүрелә барһа ла, ҡояш та яҡты йылмая. Артабан күк йөҙө боҙола башлай, тирә-яҡ тәбиғәт көндән-көн үҙгәрә. Ҡырауҙар төшә, ҡайһы берҙә бөтөнләй һыуытып ебәрә. Шулай ҙа сентябрь ҡыҫҡа ғына сыуаҡ мәле — әбейҙәр сыуағы менән ҡыуандыра.
Сентябрҙе халыҡта “алтын ай” тиҙәр. Ағас япраҡтары һарғая, ай урталарынан япраҡ ҡойондары башлана. Урмандарҙа күпләп бәшмәктәр үҫә.
Күсер ҡоштар көньяҡҡа юллана. Торна туптары, кейек ҡаҙҙар, өсмөйөшлө сылбырға теҙелеп, йылы яҡҡа оса. Бөжәктәр ҙә аулаҡ урындарға: ағас ҡабығы аҫтына, тупраҡ араһына ҡаса. Ярғанаттар өңдәренә йәшеренә. Ҡырағай януарҙар ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы хәстәрләй. Балыҡтар, күмәк йыйылып, йылға-күлдәрҙең тәрәнерәк урындарына йөҙә. Бағры ыуылдырыҡ сәсә.
22 сентябрҙә көн менән төн тигеҙләнә. Шунан көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙоная башлай.
Е.Кучеров
Һау бул, әбейҙәр сыуағы!
Үҙенең ҡояшлы, йылы көндәре менән ҡыуандырған оҙайлы әбейҙәр сыуағы бөттө. Алда көн оҙоно быҫҡаҡлап яуған ямғырҙары менән көҙгө бысраҡ көндәр көтә беҙҙе. Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 16 октябрҙән көн һыуына: көнбайыштан килгән һалҡын һауа фронты кинәт кенә һауа торошоноң үҙгәреүенә килтерәсәк. Һауа температураһы +8, +9 градусҡа тиклем түбән төшәсәк. Синоптиктар беҙгә был аҙнала ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙә итә. 18 октябрҙән һуң кискеһен 5 градусҡа тиклем туңдырасаҡ. Әммә ҡар ҡатламы ер өҫтөнә ятмай әле.
Е.Кучеров
Һүҙлек
Әбейҙәр сыуағы — бабье лето
Быҫҡаҡлау — моросить
 



Лекция, реферат. Сентябрь - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
29. Август « | » 31. Октябрь






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова