---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 33. Ҡоштар



Ҡоштар

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Ҡоштар — тәбиғәттең ғәжәйеп бер бүләге ул. Уларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ: баҫыуҙарҙы ҡоротҡос-бөжәктәрҙән, ваҡ кимереүселәрҙән һаҡлайҙар, уңышты арттыралар.
Башҡортостанда 300-ләп ҡош төрө иҫәпләнеп, улар 4 төркөмгә бүленеп йөрөтөләләр: күсмә (беҙҙә оялап, ҡышын көньяҡҡа китәләр), ултыраҡ (йыл буйы Башҡортостанда йәшәйҙәр), күсеп йөрөүсе (беҙҙә лә, башҡа ерҙә лә йәшәйҙәр), ҡышҡа килеүсе (төньяҡта оя ҡоралар, көҙгә йәки ҡышҡа беҙҙең яҡҡа киләләр) ҡоштар.
“Башҡортостандың ҡыҙыл китабы” на һирәк осрай торған йәки һаҡлауға мохтаж булған 52 ҡоштоң исеме индерелгән. Мәҫәлән, таҙғара, берғаҙан, туғаҙаҡ, ҡауҙы һ.б.
“Башҡортостандың ҡоштары” тигән (авторы Э.Ф.Ишбирҙин, 1986 йылда сыҡҡан) китапта был хаҡта тулы мәғлүмәттәр бирелгән.
Ғ.Булатова
 
Һүҙлек
Таҙғара — черный гриф берғаҙан — пеликан туғаҙаҡ —дрофа' ҡауҙы — аист
Юрауҙар, һынамыштар
Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.
Ағаста бәҫ күп булһа, бал күп була.
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.
Эт йылы буран була.
Әгәр яңы ай бик асыҡ ялтырап күренһә, һалҡын булыр.
Бесәй мейескә керһә, буран булыр.
Төнө буйы һандуғас һайраһа, ҡояшлы көнгә.
Өйрәктәр туҡтауһыҙ һыуға сумһалар, ямғыр яуыр.
Иртән һыу өҫтөнә томан таралһа — көн ҡояшлы буласаҡ.
Имән сәтләүеге күп булған йылда ҡыш йылы килә.
Миләш уңһа, икенсе йыл арыш уңасаҡ.
Томан күп төшһә, емеш уңыр.
Иртә менән ысыҡ төшһә, көн эҫе буласаҡ.
Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын була.
Йәй томан күп булһа, бәшмәк үҫер.
Себештәр бергә йыйылһа, ямғыр була.
Муйыл ныҡ уңһа, иген аҙ булыр.
Әкиәттәр
Өс алтын ҡурсаҡ
(һинд халыҡ әкиәте)
Бер батша, күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап, шул илдең солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебәрә. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө булалар. Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ә хаҡына килгәндә, береһе — мең һум, икенсеһе — йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икән. Ниңә улай булыуы һис кенә лә билдәле түгел, ти.
Солтан бүләкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға, уларҙың ниндәй ғилләһе барлығын белергә ҡуша. Бөтә вәзирҙәр, ғалимдар һәм

бүтән белгестәр ҡурсаҡтарҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарайҙар. Ләкин бер кем бер нәмә аңламай.
Ярандары белмәгәс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергә рөхсәт бирә.
Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнә бер егет килә. Уны индерәләр ҙә ҡурсаҡтарҙы күрһәтәләр. Егет уларҙы бик ентекләп ҡарай. Ҡарай торғас, ул ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектәренә туҡтала. Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡты ла ала, ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенә килеп сыға. Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала. Ҡолағынан индерелгән ҡыл уның йөрәгенә барып етә һәм шунда туҡтай.
Шунан егет солтанға былай ти:
—Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегә оҡшаш. Тәүге ҡурсаҡ — ни ишетһә, шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бәндәгә бер ҙә ышанып булмай. Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан кергән һүҙ икенсеһенән сығып китә торған кешегә тартым. Бындай бәндә һүҙҙе аңламай, кәңәште тотмай, еңел аҡыллы була. Унан әллә ниндәй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ. Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ә өсөнсө ҡурсаҡ — ни ишетһә лә, йөрәгенә һалып ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммәт.
Солтан был егеттең зирәклегенә аптырай.
—Кем өйрәтте быға һине? — тип һорай.
—Олатайым, — ти егет.
— Кем ул олатайың? Ни эшләй? Нисек донъя көтә? — тип һорай
солтан.
—Ул ҡырҡ йыл иген иккән, ҡырҡ йыл көтөү көткән, һикһән йыл халыҡ һүҙен тыңлаған, — тип яуап бирә егет.
—Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йәшәгәнме ни?
—Юҡ, һикһәнде генә. Ул иген иккәндә лә, көтөү көткәндә лә ил халҡынан фәһем алып йөрөгән.
—Һуң, минең вәзирҙәрем халыҡтан фәһем алмаймы икән ни?
—Улар халыҡты йә ат, йә фил өҫтөнән генә күрәләр бит, — тигән тапҡыр егет.
Ғ әмһеҙ ҡарт менән йылан
(ғәрәп халыҡ әкиәте)
Юлдан “өс аяҡлы” ҡарт бара. Тирә-яҡҡа ҡарана. Йырлап та ала. Таяғын ергә тып-тып төртөп, атлай ҙа атлай. Ҡапыл ҡаршыһына йылан килеп сыҡҡан.
—Ҡотҡар мине, шәфҡәтле ҡарт. Иҫән ҡалһам, мөгөҙөмдө һиңә бирәм.
—Нимәнән ҡурҡаһың, мәхлүк?
—Мине үлтерергә киләләр.
Аңра ҡарт оҙон еңен ергә һуҙған. Йылан, ең эсенә кереп, беләгенә уралған. Шунда уҡ суҡмар, күҫәк тотҡан кешеләр килеп еткәндәр.
—Ошолай табан бер йылан тәңгәлләне. Күрмәнеңме, юлсы? — тип һораған береһе.
—Ул мәхлүктә ни үсегеҙ бар?
—Улымды сағып үлтерҙе. Ҡайҙа китте шул яуыз?
—Бынау ҡыуаҡлыҡҡа кереп китте, шикелле.

Суҡмарлы кешеләр киткәс, ғәмһеҙ ҡарт еңен йәнә аҫҡа һуҙған.
—Сыҡ, мәхлүк. Ҡотолдоң. Юлыңда бул.
Йылан төшә башлаған. Кинәт йылан икәне уның иҫенә төшкән дә ҡарттың беләген саҡҡан. Ҡарт ергә ауған.
—Ни эшләнең һин? Мин һине әжәлдән ҡотҡарҙым, ә һин...
—Ә ниңә еңеңә кереттең?
—Ялбарҙың бит.
—Минең йылан икәнде ниңә оноттоң?
—Бик йыуаш күрендең бит.
—Булһа, булғандыр. Ул саҡ йылан икәнемде мин үҙем дә онотҡанмын.
Йылан бер яҡҡа шыуышҡан. Ҡарт юлсы туҙанда ятып үлгән.
Ишәк менән ат
Бер кешенең ишәге менән аты булған. Бер ваҡыт улар юл буйлап баралар. Ишәк атҡа әйтә икән:
—Миңә ауыр, бының барыһын да илтеп еткерә алмам, бик аҙын ғына булһа ла һин ал минән.
Ат тыңламаған. Ишәк, көсәнеп күтәреүҙән, йығылған да үлгән. Хужа, бөтә йөктө ишәктән алып, ат өҫтөнә тейәгән, өҫтәүенә, ишәктең тиреһен дә һалған.
Ат, үрһәләнеп, кешнәп ебәргән:
—Ах, мин ниндәй бәхетһеҙмен, башыма ниндәй ҙур хәсрәт, ҡайғы төштө. Ишәккә аҙ ғына ла ярҙам итергә теләмәнем, ә хәҙер бына барыһын да, етмәһә, уның тиреһен дә бер үҙем күтәреп барам.
Л.Толстой
Төлкө менән ҡыҫала
Бер заман төлкө менән ҡыҫала һөйләшеп тора икән. Төлкө үҙенең хәйләкәрлегенә маһайып: “Әйҙә, йүгерешәбеҙ, кемебеҙ уҙыр икән?” — тигән. “Әйҙә һуң, төлкө дуҫ, мин риза”, — тигән ҡыҫала, иҫе китмәйенсә генә. Былар ярыш асҡан. Төлкө йән-фарман сабып киттем, тигәндә генә, ҡыҫала уның ҡойроғона йәбешеп алған, ти. Билдәләнгән урынға әлһерәп килеп еткәс, артына ҡарамаҡсы булып, төлкө ҡойроғон болғаған. Шул саҡ ҡыҫала ысҡынып төшкән дә: “Мин бында һине әллә ҡасандан бирле көтөп торам инде!” — тип әйткән, ти. Ғәжәпләнгән төлкө телдән яҙған хатта.
Ике иптәш
Урман буйлап ике иптәш китеп бара икән. Уларҙың алдына ҡапыл айыу килеп сыҡҡан. Иптәштәрҙең береһе ағас башына менеп киткән. Икенсеһе юл уртаһында ҡалған. Ул ергә ятып, үлгәнгә һалышҡан.
Айыу уның янына килгән. Битен, сәсен еҫкәп ҡараған, был үлгән икән тип, кире киткән.
Айыу киткәс, теге ағас башындағы кеше төшкән дә көлөп һорай икән:
—Йә, айыу һинең ҡолағыңа ни тине?

—Ҡурҡыныс килгәндә үҙенең иптәшен ташлап киткән кеше — насар кеше, тип әйтте миңә айыу, — тигән икенсе иптәш.
Л.Толстойҙан
Иң көслөһө — кеше
Борон-борон заманда бер эт йәшәгән, ти. Көнкүреше ауыр булған. Эт үҙенә хужа эҙләп киткән. Йылға буйында уға бүре осраған. Эт:
—Бүре ағай, һин көслөһөң. Мине үҙеңә алсы! — тип үтенгән.
Бара торғас, бүре шып туҡтаған:
—Әйҙә ҡасайыҡ, ана айыу килә, ул минән көслөрәк, — тип сигенгән.
Уның ҡурҡаҡ икәнен күреп, эт тәүҙә айыуға, унан арыҫланға китеп
ҡараған. Иң аҙаҡтан кеше эргәһенә килгән.
—Кешенән дә көслөһө юҡ! Мине үҙеңә алһаңсы! — тип ялынған ул.
Иң көслөһө кеше тип, эт уға һаман да хеҙмәт итә икән.
Халыҡ әкиәтенән
Бик борон заманда булған, ти, был хәл. Бер ярлы ғына кеше, утын ҡырҡып йөрөгәндә балтаһын һыуға төшөрөп ебәргән.
—Берҙән-бер балтам ине! — тип илаған.
Шул саҡ һыу инәһе алтын балта алып сыҡҡан.
—Ошомо һинең балтаң? — тип һораған.
—Юҡ, был түгел, — тигән ярлы.
Һыу инәһе көмөш балта сығарған.
—Юҡ, был да минеке түгел, — тигән ярлы.
Һыу хужаһы уның үҙ балтаһын күрһәткән.
—Ошо, ошо минең балтам! — тип үрелгән теге кеше.
Һыу инәһе:
—Алдашмағаның өсөн һиңә балтаның өсөһөн дә бирәм, — тигән (Ғ.Ғүмәрҙән).



Лекция, реферат. Ҡоштар - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
32. Ноябрь « | » 34. Шалҡан






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова