---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 34. Шалҡан



Шалҡан

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



Бабай шалҡан сәскәйне. Шалҡан бик ҙур булып үҫте. Бабай шалҡанды йолҡоп алмаҡсы булды: тарта-тарта, тарта-тарта, тартып сығара алманы, ти.
Бабай ярҙамға әбейҙе саҡырған. Әбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Эй тарталар-тарталар, эй тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар, ти, былар.
Әбей ярҙамға ейәнсәрен саҡырған. Ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар.
Ейәнсәр ярҙамға Муйнаҡты саҡырған. Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар- тарталар, тартып сығара алмайҙар икән.
Муйнаҡ Мыяубикәне саҡырған. Мыяубикә Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотонғандар ҙа, эй тарталар, эй тарталар, тартып сығара алмайҙар, ти.

Мыяубикә сысҡанды саҡырған. Сысҡан Мыяубикәгә, Мыяубикә Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейәнсәргә, ейәнсәр әбейгә, әбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тарта торғас, көскә тартып сығарғандар, ти.
Һуған ни өсөн әсе булған?
Борон-борон заманда булған, ти, бер матур ил. Ниндәй генә үҫемлектәр үҫмәгән унда!
Бик матур бер аҡланда ике дуҫ йәшәгән, ти. Һуған малай менән Аҡсәскә ҡыҙ булған улар. Бик татыу булғандар улар. Йәйге йылы ямғыр ҙа шатлыҡ килтергән, ҡояш нурҙары ла шатлыҡ килтергән дуҫтарға.
Көн артынан көн үткән, һалҡын көҙ ҙә еткән. Бер көндө Һуған күҙҙәрен асһа, янында Аҡсәскә юҡ икән. Баҡһаң, төндә һалҡын ҡырау төшкән дә Аҡсәскәнең таждарын һулытып ҡуйған. Иң яҡын дуҫын юғалтҡан Һуған ҡайғыһынан илаған да илаған. Күҙҙәренән әсе күҙ йәштәре аҡҡан.
Бына шуға күрә һуған әсе икән ул.
“Йәншишмә” газетаһынан
Өйрәк ватылды
Булатты ауылға алып ҡайттылар. Иртә менән өләсәһе уға йылы, тәмле һөт эсерҙе. Ҡабарып бешкән күмәс телеме тотторҙо. Шуны ҡаймаҡ менән ашарға ҡушты. Сәй яһаны.
Тамағын туйҙырып алғас, Булат ихатаға сыҡты. Унда тауыҡтар ем сүпләй ине. Ә ҡойроҡ-ҡаурыйҙары төрлө төҫкә мансылған әтәс, тирә-йүнде яңғыратып, кикрекләй.
Шул саҡ кескәй малай ҡойма буйлап килгән өйрәк балаларын шәйләп ҡалды. Йүгереп барҙы ла береһен эләктерҙе. Теге үҙе йомшаҡ, үҙе пипелдәй. Ә ҡайҙа һуң бора торған асҡысы? Ергә ҡуйһаң, тегеләренә ҡарай ынтыла. Булат уны ҡабаттан тота. Муйынын икенсе яҡҡа бороп ҡарай. Юҡ, бәпкә буйһонорға теләмәй.
Оҙаҡ булашты Булат. Ниһәйәт, өйрәк балаһы өнһөҙ ҡалды. Ул башҡаса йүгереп тә китмәне, пипелдәмәне лә.
Кескәй малай, өйрәк балаһын ҡулына алып, өйгә инде:
—Өләсәй, өйрәк ватылды, — тип илап ебәрҙе.
— Йә хоҙай, бәпкәмде харап иткәнһең бит, балаҡайым. Эй шул ҡала, балаларҙың башын тимер уйынсыҡтар менән әйләндереп бөтәләр бит, — тип әрнене өләсәһе.
М.Ғиләж Ашығыҙ тәмле булһын! Кәбеҫтә билмәне
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, һуған ҡушып, майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ. Сей йомортҡа ҡушылған тоҙло һыуҙа ҡамыр баҫығыҙ ҙа, йәйеп, шаҡмаҡлап

киҫегеҙ. Һәр шаҡмаҡҡа ҡыҙҙырылған кәбеҫтә һалып, билмән яһағыҙ. Кәбеҫтә билмәнен ит һурпаһына һалып бешерәләр. Аҡ май, ҡаймаҡ, соус һалып, өҫтәлгә бирәләр.
Ярты кило кәбеҫтәгә ярты кило он, 1-2 баш һуған, үҫемлек майы, сама менән тоҙ, борос, бер йомортҡа алына.
“Йәншишмә” газетаһынан
Ваҡ бәлеш
(башҡорт милли ашы)
Онға һөт, йомортҡа, май һәм тоҙ һалып, сөсө ҡамыр баҫырға ла уны 80-85 грамлыҡ өлөштәргә бүлеп йәйергә. Әҙер һимеҙ итте, картуфты һәм һуғанды ваҡ шаҡмаҡтарға турарға, тоҙ, борос һибергә, лавр япрағы һалырға мөмкин. Ҡамырҙың уртаһына 100-120 грамм эслекте өйөп һалырға. Ситтәрен йыйып, түңәрәкләп, уртаһында бәләкәй генә тишек ҡалдырып, бөрөп йәбештерергә. Ҡамырҙан бөкө яһап, тишекте ҡаплап ҡуйырға. Бәлештәрҙе майлы табаға һалырға һәм әленән-әле өҫтәрендәге тишектән һурпа ҡойоп, мейестә 40-45 минут бешерергә. Ваҡ бәлештәрҙе һурпа менән бирәләр.
“Йәшлек” тән
Лағман
(үзбәк милли ашы)
Итте шаҡмаҡлап турап ҡыҙарғансы ҡыҙҙыралар. Шунан тәменә ҡарап тоҙ, туҡмаслап туралған кишер, татлы борос, торма өҫтәп, йәнә 8-10 минут тирәһе бешерәләр. Аҙаҡ туралған картуф, һарымһаҡ, помидор һәм томат-пюре өҫтәлә. Ҡыҙыл һәм ҡара борос ҡушып, һурпа ҡойоп, 30-40 минут талғын утта быҡтыралар.
Сөсө ҡамыр баҫып, туҡмас киҫергә лә уны һыуҙа бешереп алырға. Өҫтәлгә тәрән һауыттарҙа өҫтөнә әҙерләнгән итле масса һалып бирелә.
“Йәшлек” тән



Лекция, реферат. Шалҡан - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
33. Ҡоштар « | » 35. Башҡортса-русса һүҙлек






 

Похожие работы:

Сравнение

5.12.2008/реферат

Особенности и поведение компаративных тропов в поэзии Булата Шалвовича Окуджавы. Выделение в текстах компаративных троп. Определение их типов. Закономерности в выборе объекта сравнения в поэзии Окуджавы. Роль эпитетов в сравнении. Элементы сравнения.


 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова