---
Пройти Антиплагиат ©



Главная » Башҡорт теленең практик курсы. Күнегеүҙəр йыйынтығы » 9. Теркәүес



Теркәүес

Creative Commons «Attribution» («Атрибуция») 4.0 Всемирная. Найти рефераты и курсовые по данной теме Уникализировать текст 



1.Һөйләмдәрҙе уҡырҙа, тәржемә итергә, теркәүестәрҙе табырҙа: Тағы Сөләймәновтың исеме телдән төшмәне, тағы уның тураһында гәзиттәрҙә яҙҙылар.
Бейеүҙә халыҡтың ҡыйыулығы, сослоғо, саялығы, шул уҡ ваҡытта шаянлығы ла сағылырға тейеш.
Тупраҡ яратыусылар конторала ултырмайҙар, ә баҫыуҙа иген, йәшелсә- емеш үҫтерә.
Ҡарап тороуға бына тигән, ут кеүек егетһең, ә шулай ҙа йүнле эш күрһәтә алмайһың.
Азат яуап бирергә ашыҡманы, берсә ҡыҙыҡайға, берсә дуҫына ҡараны.

Балалар йә ҡоймаҡ, йә ҡыҫтыбый, йә май күмәсе алып килә сәй янына.
Туйҙы йәки бер-ике көндән үткәрергә йәки оҙаҡ ваҡытҡа кисектереп торорға кәрәк буласаҡ.
Биш-алты йәшлек был малай рәтләп ни башҡортса, ни русса һөйләшә белмәй.
Башҡортостанда Европала, Себерҙә үҫә торған, хатта Урта Азия сүллектәрен үҙ иткән үҫемлектәрҙең төрҙәрен дә осратырға мөмкин.
2.Текстарҙы уҡырга, тәржемә итергә, теркәүестәрҙе табырга. һарымһаҡты нисек һаҡларға?
Һәр хужабикә белә: һарымһаҡты һаҡлауы ауыр. Ул йә серей, йә кибә. Шулай ҙа ышаныслы бер ысул бар. Бүлгеләп, ҡабығын әрсегеҙ. Ҡоро банкаға һалып, өҫтөнә рафинирлаған үҫемлек майы (көнбағыш, кукуруз һ. б. майҙар) ҡойоп, ҡапҡасын ябығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Ул тәмен юғалтмай, йомшармай бер нисә йыл ултырырға мөмкин. Ә һарымһаҡ тәме һеңгән май салат яһағанда һәйбәт.
Бәшмәксегә
Бәшмәкте ямғыр яуып үткәс тә йыймағыҙ, бындай бәшмәк тиҙ боҙола.
Киптерергә теләгән бәшмәкте йыумағыҙ, сөнки ул тәмһеҙләнә һәм оҙағыраҡ кибә. Бәшмәкте киптерер өсөн, епкә теҙеп, елһеҙ урынға эләләр.
Шампиньон бәшмәген таҙартҡас, бешерер йәки ҡыҙҙырыр алдынан тоҙло һыуға һалып торһағыҙ, ул ҡараймаҫ. Ҡыҙҙырғанда иһә әҙ генә лимон кислотаһы йәки һеркә һалһаң, ул тәмлерәк була.
Бәшмәкте ҡыҙҙырғанда, күп кенә һыуы сыға. Ләкин уны табанан алырға һәм түгергә ярамай, сөнки һыуы алынған бәшмәк насар бешә, тәмһеҙ була.
Киптерелгән бәшмәкте тиҙ генә ҡайнар һыу менән йыуып бешекләп алырға, һуңынан һалҡын һыуҙа тағы бер ҡат йыуғас, бер аҙ ебетергә һәм шул уҡ һыуында бешерергә ҡуйырға кәрәк.
Тоҙлау өсөн уҫаҡ бәшмәге, аҡ бәшмәк, майлы бәшмәк, гөрөздә алына. Киптереү өсөн аҡ бәшмәк, уҫаҡ бәшмәге, ҡайын бәшмәге яҡшы. Һурпалы аштар өсөн аҡ бәшмәк, уҫаҡ бәшмәге, майлы бәшмәк, шампиньон һәйбәт. Ҡыҙҙырыу өсөн аҡ бәшмәк, шампиньон, уҫаҡ бәшмәге, ҡайын бәшмәге, майлы бәшмәк ҡулай һанала.
Һәр бәшмәктең үҙенә генә хас тәме була. Шуға күрә уларҙың һәр төрөн айырым тоҙларға кәрәк. Бәшмәктәр боҙолмаһын өсөн өҫтөнә бер аҙ үҫемлек майы һалалар.



Лекция, реферат. Теркәүес - понятие и виды. Классификация, сущность и особенности. 2018-2019.



« назад Оглавление вперед »
8. Бәйләүес « | » 10. Киҫәксә






 

Похожие работы:

Воспользоваться поиском

 

Учебники по данной дисциплине

Неправильные глаголы в английском языке. Irregular verbs. Таблица.
Словарь литературоведческих терминов
Теория перевода
Русский язык - основы правописания в кратком изложении
Теория перевода лекции
Теория языка
Топики на английском языке
Основы редактирования лексики
English for management
Правописание гласных в корне слова